Вечер памяти Артура Гадельшина
Хөрмәтле яҡташтар!
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы һеҙҙе Баймаҡ районы Бетерә ауылы егете Артур Ғәҙелшинға бағышланған хәтер кисәһенә саҡыра.
Махсус хәрби операция иғлан ителгән йылда тәүгеләр рәтендә тиерлек мобилизацияланған Артур республикала үҙенең йырҙары менән популярлыҡ яуланы. Уның “Илама, әсәй, илама”, “Башҡортостан егеттәре” һ.б йырҙарын күптәр яратып өлгөрҙө.
Һәүәҫкәр йырсы һәм батыр яугирҙың яҡты иҫтәлегенә арналған сара 24 сентябрь көнө 11.00 сәғәттә башлана.