Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы
БАТЫР ВӘЛИД ИСЕМЕНДӘГЕ ПРЕМИЯ ЛАУРЕАТЫ ӘМИР ЗӘКИР улы СӘЙҒӘФӘРОВ. Башҡортостандың маҡтаулы крайҙы өйрәнеүсеһе, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданины. 1935 йылдың 16 майында Ишбирҙе ауылында тыуған. Ишбирҙе ете йыллыҡ мәктәбендә , Темәс педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Уҡытыусы , башланғыс мәктәп мөдире, мәктәп директоры, район партия комитеты сәркәтибе һәм бүлек мөдире, райсовет башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәт башлығы урынбаҫары, Бөрйән ырыуы ҡор башы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларында эшләй. Ике “Почет билдәһе” һәм ” Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы” ордендары менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре. Баренсе , икенсе, өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегаты. Тыуған яҡ тарихын тергеҙгән мәҡәләләре республика һәм район гәзиттәрендә донъя күреп тора. 2002 йылда сыҡҡан” Баймаҡский край” китабы өсөн Батыр Вәлид премияһына лайыҡ була.