СалауатЮлаев ордены кавалеры Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаевҡа-65 йәш
Бөгөн яҙыусы, шағир һәм журналист, Башҡортостан Яҙыусылар, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай үҙенең күркәм ғүмер байрамын – 65 йәшлек юбилейын билдәләй.
Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев 1960 йылдың 29 ғинуарында Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. Буранбай башланғыс, Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ, Беренсе Этҡол урта мәктәбендә белем ала. Уҡыуын тамамлағандан һуң колхозда чабан, кочегар булып эшләй.
1980 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге БДПУ) уҡырға инә, уға тиклем Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡып ала.
1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Баймаҡ районының «Октябрь байрағы» («Һаҡмар») гәзитендә эшләй. 1986—1988 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Төрлө йылдарҙа «Ағиҙел», «Шоңҡар» журналдарында, «Киске Өфө» гәзите редакцияһында, Башҡортостан радиоһында һәм телевидениеһында эшләй, Магнитогорск телестудияһында башҡорт редакцияһын ойоштороуҙа ҡатнаша.
Әхмәр Үтәбайҙың тәүге китабы – 1988 йылда сыҡҡан “Яҙым килде” шиғри йыйынтығы. 1992 йылда “Һағыныу” хикәйәләр китабы донъя күрә. “Хәнйәр”, “Буранбайҙың яҙған хатын уҡып” исемле шиғырҙар йыйынтығы, “Эҫе Өфө урамдары” публицистика китабы сыға. Яҙыусының ижадына традицион алымдарҙы көтөлмәгәнсә авангардистик элементтар менән байытып, балҡытып алыу ынтылышы хас, саф авангардистик яңы фекер һулышы, символистик романтизм көслө. 1996 йылда Әхмәр Үтәбай “Ҡара мунса”, ”Ун ике” поэмаларын яҙҙы.
2020 йылда донъя күргән «Ғәфү ит, ғүмер» исемле сираттағы китабында кеше күңеленең матурлығы, йәшәйеш хәҡиҡәтен эҙләү, тормош һәм мөхәббәт темаларын күтәрә. Шағирҙың әҫәрҙәре фекер яңылығы һәм тойғолар сағыулығы, ә художестволы поэтикаһы үҙенсәлекле строфика һәм жанр формаһы менән айырылып тора.
2025 йылғы “Ағиҙел” журналының 1-се һанында яҙыусының “Буранбай” исемле тарихи-фәлсәфәүи романы донъя күрҙе.