Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның ижадына арналған “Әйтер һүҙем етһен кешеләргә” исемле ижад кисәһе үтте. Быйыл яҡташыбыҙ үҙенең күркәм ғүмер байрамын – 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ғилми донъяла, шиғриәттә һәм прозала үҙен тапҡан, оҙаҡ йылдар республика матбуғатына тоғро хеҙмәт иткән журналист булараҡ та исемен раҫлаған ижадсы был ғүмер артылышын яңы һулыш, дарманлы ынтылыш менән ҡаршылай. Ижад кисәһендә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Йыһаншина, яҡташыбыҙ, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының заманса мәғариф менән идара итеү кафедраһы доценты, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Мөнирә Абдуллина, шағирә, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премиялары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың, шулай уҡ Беларусь Республикаһы Яҙыусылар союздары, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, “Ватандаш” журналының әҙәбиәт бүлеге мөдире Зөлфиә Ханнанова, Рәшиҙә Мәһәҙиеваның бер туған һеңлеһе – “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Сажиҙә Лотфуллина, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Азамат Мөхәмәтшин, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы Айҙар Мәжитов, Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының туғаны, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡытыусыһы Айгөл Баййегетова, шулай уҡ районыбыҙҙың китапханасылары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Сара, шағирәнең “Өфө – Сибай” шиғырына бәйле, поезда сәйәхәт форматында барҙы.
Кисәлә сығыш яһаусылар барыһы ла Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының үҙ эшен һәр ваҡыт еренә еткереп башҡарыуын, яуаплы, принципиаль булыуын билдәләне. Ошо сифаттары һөҙөмтәһендә яҡташыбыҙ журналистикала ябай хеҙмәткәрҙән етәксе дәрәжәһенә тиклем күтәрелеп, рухи сынығыу үткән шәхес. Төрлө йылдарҙа «Башҡортостан пионеры», «Йәшлек» гәзиттәренең бүлек мөдире, “Йәшлек”тең баш мөхәррир урынбаҫары, «Аҙна» гәзитенең баш мөхәррире, «Башҡортостан» телевидениеһы студияһында баш мөхәррир, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының электрон киң мәғлүмәт саралары секторы етәксеһе, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире булып эшләй. Әлеге ваҡытта “Ватандаш” журналының алмаштырғыһыҙ тынғыһыҙ баш мөхәррире. Был тиклем вазифа артында егәрлелек тә, илебеҙҙең бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында уйланыуҙар ҙа, халҡыбыҙҙың рухиәтен күтәреүгә һалған көс тә сикһеҙ.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы тыуған ауылы хаҡында яратып һөйләне. Ауылдаштары – “Хазина” фольклор ансамбле самауырлы-йырлы-бейеүле күстәнәстән “ауыҙ иттерҙе”. Уға Гөлназ Хәлиҙәр ҡыҙы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов исеменән Ҡотлау хаты, Азамат Салауат улы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайынан Рәхмәт хаты тапшырҙы. Кисәлә матур шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, иң изге, ихлас теләктәр әйтелде, киләсәккә матур пландар ҡоролдо.