Оло байрам-ураҙа Ғәйете мөбәрәк булһын
Бөгөн мосолмандарҙың иң оло байрамы-Ураҙа ғәйетен Аҡморон ауылында ла ҡыуанып ҡаршыланыҡ. Сараны ауылыбыҙҙың имам хатибы Нух Рәйес улы вәғәздәр һөйләп, аяттар уҡып, килгән балаларға уйындар уйнатып, бүләктәр өләшелде. Ауыл халҡының күпләп йыйылыуы ҡыуандырҙы.
Йөрәккә ял биреп, рәхәтлек килтерә торған, Изге йомаға тура килгән күркәм байрам беҙҙең күңелдәрҙе нурлаһын. Аллабирһа икенсе йылда теүәллек менән, имен һау Рамаҙан айын ҡаршыларға яҙһын,илдәр тыныс булһын!
Амин!