logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

«Нәҫелемдең күренекле шәхесе» (“Выдающаяся личность моего рода”) район эҙләнеү эштәре конкурсы иғлан итә.

Һәр нәҫелдең тарихында ғорурланырлыҡ күренекле шәхестәрҙе осратырға була. Улар халыҡтың ихтирамын яулаған, дан ҡаҙанған, исеме тирә-яҡҡа киң таралған төрлө өлкә вәкилдәре булыуы ихтимал. Замандаштарыбыҙ төрлө осорҙа йәшәгән ошондай милләттәштәре хаҡында белергә, мәғлүмәт тупларға, киләһе быуын өсөн аманат итеп ҡалдырырға бурыслы.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының Крайҙы өйрәнеүселәр клубы
Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан
халҡыбыҙҙың күренекле ул һәм ҡыҙҙарының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған яҡты өйрәнеүселәр араһында «Нәҫелемдең күренекле шәхесе» (“Выдающаяся личность моего рода”) район эҙләнеү эштәре конкурсы иғлан итә.

Конкурстың положениеһын түбәндә күсереп алырға мөмкин.

«Нәҫелемдең күренекле шәхесе»
(“Выдающаяся личность моего рода”)
район эҙләнеү эштәре конкурсының
ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

Конкурс 3 этапта үтә:
1-се этап (ғинуар – февраль) – эҙләнеү эштәрен туплау;
2-се этап (март) – жюри тарафынан баһалау;
3-сө этап (апрель) – эҙләнеү эштәре йомғаҡтары буйынса Тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙары (краеведческие чтения) үткәреү, еңеүселәрҙе бүләкләү.

Конкурстың шарттары:
1. Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

2. Эҙләнеү эштәре
13 – 17 йәш,
18 – 35 йәш,
36 – 55 йәш,
56 йәш һәм унан өлкәндәр йәш категориялары буйынса баһаланасаҡ.

3. Конкурсҡа заявкалар һәм эштәр 2026 йылдың 14 ғинуарынан 28 февраленә тиклем ҡабул ителә. Жюри ҡарағандан һуң яҡшы эштәрҙең авторҙары Тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙарында (краеведческие чтения) ҡатнашырға саҡырыласаҡ.

4.Эштәрҙе Документ Microsoft Word.docx форматында Baymakread@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

5.Заявка Документ Microsoft Word.docx форматында айырым файл менән инструкция буйынса тултырылып ебәрелә.

6. Ҡатнашыусыларҙың эштәре тәүге этапта электрон вариантта, икенсе этапта ҡағыҙ вариантта ҡабул ителә. Конкурсҡа ебәрелгән эштәр рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай.

7. Тәүге этапта еңеп, икенсе этапҡа үткән конкурсанттар саҡырыу, ә ҡалған ҡатнашыусылар сертификат ала. Саҡырыу һәм сертификаттар ҡатнашыусылар тарафынан заявка ебәргән электрон адрестарға ебәреләсәк.

8. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙары (краеведческие чтения) Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үтәсәк.

9. Конкурста ҡатнашыу шәхси мәғлүмәттәрҙең автоматик рәүештә эшкәртелеүен тәьмин итә (участие в конкурсе дает автоматическую обработку персональных данных).
Конкурс эштәрен баһалау критерийҙары
– теманы ентекле асыу;
– эштең йөкмәткеле һәм үҙ аллы эшләнгән булыуы;
– ғилми-белешмә күрһәткестәр менән ҡуллана белеү;
– иллюстратив материал (схема, карта, фото-, видеоматериалдар һ.б.);
– авторҙың үҙ аллы фекерләү ҡеүәһе барлығы;
– материалды биреүҙә үҙенсәлекле ҡараш;
– ижадилыҡ;
– автор идеяһы һәм позицияһының ҡәтғилеге;
– йәшенә тура килеү.

Заявка һәм конкурс эштәренә талаптар
Текст А4 форматындағы аҡ ҡағыҙҙа баҫыла. Шрифт – Times New Roman, размеры – 14, юлдар араһы интервалы – 1,5;

1-се биттә (титул) авторҙың исем-шәрифе, уҡыған йәки эшләгән учреждениеһының тулы исеме, әгәр булһа – етәксеһенең исем-шәрифе, эшенең исеме, авторҙың контакттары яҙыла (1-се ҡушымта);

2-се һәм артабанғы биттәрҙә эҙләнеү эше (20 биттән артмаҫҡа тейеш);

ушымтала фото һәм видеоматериалдарҙың күләме сикле – 5 фото һәм 2 видеоматериал.

Баҫма һәм электрон сығанаҡтарҙан цитаталар ҡулланғанда уларҙың һылтанмалары булыуы мотлаҡ.

Конкурстың абруйлы баһалама төркөмө ағзалары:
1. Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов – тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) доценты, Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре;

2. Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева – Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире;

3. Марсель Мөрит улы Маннапов – этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире, “Урғаҙа.ru” тарихи порталына нигеҙ һалыусы, “История Яковлевки: от хутора к селу” китабы авторы;

4. Айҙар Рәис улы Мәжитов – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Баймаҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы етәксеһе, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы;

5. Юнир Әйүп улы Минишев – Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы идараһы ағзаһы.

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙарында сығыш яһау тәртибе
Сығыш яһау тәртибен жюри билдәләй. Докладсы сығыш яһарҙан алда үҙе һәм етәксеһе менән таныштыра. Докладта эҙләнеү эшенең актуаллеге, маҡсаттары, ҡулланыу методикаһы, презентация, эҙләнеү һөҙөмтәләре, уны ғәмәлдә ҡулланыу юлдары һ.б. иғтибарға алынасаҡ. Сығыш яһау ваҡыты – 5-7 минут.
Икенсе этаптың еңеүселәре дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.

Белешмә өсөн телефон: 3-16-74, 89061023694.

№1 Ҡушымта (заявка)
Титул бите

Һеҙ эшләгән йәки уҡыған учреждениеның тулы исеме

«Нәҫелемдең күренекле шәхесе»
район эҙләнеү эштәре конкурсы

Эштең исеме
“———————————————-“
Әҙерләне ___________________________
____________________________________
____________________________________
____________________________________
____ класс уҡыусыһы
йәки хеҙмәткәрҙең вазифаһы
___________________________________
____________________________________

Ҡатнашыусының контакттары (телефон, электрон почта)
___________________________________
____________________________________
___________________________________
____________________________________

Положение. Выдающаяся личности моего рода.docx