Мөнир Ҡунафиндың китабының исем туйы.
Осрашыуҙа китап авторы – яҙыусы, журналист, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафин ҡатнашты. Шулай уҡ ҡәләмдәштәре: күренекле шағир, прозаик һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, яҙыусы, уҡытыусы, публицист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Хәйҙәр Тапаҡов, шулай уҡ “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының социаль координаторы Гөлназ Заманова, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр – Шәриф Ямантаев, Сәлимйән Италмасов, Фәрит Федоров, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студент егеттәре ҡатнашты.
Сарала Мөнир Сәхиулла улы китаптың яҙылыу тарихы хаҡында һөйләне һәм хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ҡайтҡандан һуңғы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ул бер нисә тәүлек һалдаттар менән бергә үткәргәнен иҫенә төшөрөп һәм сәфәренә үкенмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мөнир Сәхиулла улы фекеренсә, ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар менән туранан-тура аралашыу ғына һуғыш тураһында дөрөҫ хикәйәләү өсөн материал бирә ала. Беҙҙең геройҙарыбыҙ тураһында китап яҙырға кәрәклеген иҫбатлап үтте. Китап ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы һәм бик күп ыңғай баһалар алды.
Хөрмәтле Мөнир Сәхиулла улына артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙең талантығыҙ, тырышлығығыҙ һәм сәнғәткә тоғролоғоғоҙ күптәр өсөн өлгө булып тора. Һәр яңы проект һеҙгә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерһен, ә идеяларығыҙ тамашасыларҙың һәм уҡыусыларҙың йөрәгендә урын тапһын.
В рамках объявленного в республике Башкортостан Года поддержки участников специальной военной операции и членов их семей в центральной районной библиотеке состоялась презентация книги Мунира Кунафина «СВОими глазами. Страницы спецоперации».
На встрече присутствовал сам автор — писатель, журналист, член Союза писателей РФ и РБ, главный редактор журнала «Агидель» — Мунир Сахиуллович Кунафин. Вместе с ним выступили его коллеги по перу: писатель, публицист и журналист Ахмер Гумерович Утябаев, писатель и публицист, главный редактор газеты «Атайсал» Хайдар Нигаматович Тапаков. Среди гостей также были участники специальной военной операции — Шариф Ямантаев, Салимьян Италмасов и Фарит Фёдоров. На мероприятии присутствовала социальный координатор государственного фонда «Защитники Отечества» Гульназ Заманова, а также студенты Баймакского филиала Уфимского топливно-энергетического колледжа.
На мероприятии Мунир Сахиуллович рассказал о создании книги и поделился впечатлениями после возвращения из зоны боевых действий. Он вспомнил, как несколько суток провел вместе с солдатами, и подчеркнул, что не жалеет о поездке. По мнению Мунира Сахиулловича, только непосредственное общение с участниками событий может дать материал для правдивых историй о войне.
Наши герои заслуживают того, чтобы о них написали книгу. Книга вызвала оживлённые дискуссии и получила множество положительных отзывов.
Уважаемому Муниру Сахиулловичу искренне желаем Вам дальнейших творческих успехов и пусть каждый новый проект приносит радость и удовлетворение, а Ваши идеи находят отклик в сердцах читателей.
Оценили 8 человек
Показать список поделившихся