Китапхананың тоғро дуҫтары
Күркәм «Китап-байрам» сараһының дауамы булып район үҙәк китапханаһының әҙәби ҡунаҡханаһында әҙәбиәтте яратҡан, һүҙ, тел ҡәҙерен белгән хөрмәтле китап уҡыусылар һәм китапхананың тоғро дуҫтары ҡатнашты. Сарала Аҡморон ауылынан Исламғоловтар ғаиләһе ҡатнашты. Баймаҡ башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин районыбыҙҙа башҡорт телендә иң күп китап уҡыған уҡыусыларға, ғаиләләргә, балаларға Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырып үтте.
📒📖 Башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү һәм яҙыусыларыбыҙҙың ижадына тәрән ихтирам һаҡлаған хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.