«Күрше хаҡы — тәңре хаҡы»
«Күрше хаҡы — тәңре хаҡы» тейҙәр. Сәйғәфәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, күрше ауыл Йомаш һәм Аҡморон ҡатын-ҡыҙҙарын саҡырып «Көҙгө муллыҡ» байрамын үткәрҙеләр. Көҙгө эштәр тамамланғас уңышты барларға була. Быйылғы йыл бигерәк тә мул уңыш алып ҡыуанды халыҡ. Ҡыяр, ҡабаҡ, картуф, помидор ишелеп унды. Һәр хужабикә йыйып алынған, эшкәртелгән емеш-еләктең үҫтереү, эшләү, бешереү серҙәре менән бүлештеләр. Аҡморон ауылынан Миңзифа Таулыҡаева бик күп ят йәшелсәләр, емештәр ултырта, үҫтерә, емешен алып ҡыуанған ханым. Үҙенә оҡшаған һәр бер емеште ул “Вальберис” компанияһынан яҙҙырып ала. Иң ҙур ҡабаҡты Шәһиҙә апай үҫтергән 20 кг ашыу. Тәмле балы менән Гөлнур Мөхәмәтдинова һыйланы. Төрлө емештән бешерелгән пирогтар , телде йоторлоҡ салаттар әҙерләнгән ине. Йомаҡтар, мәҡәлдәр сисеп. Күстәнәскә йырҙар , бейеүҙәр алып килде ҡунаҡтар , ритайым бейеп күңел астылар.