Йәшәһен башҡорт теле.
Аҡморон дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы быйыл да күтәренке рухта үтте.
Халыҡ-ара диктант беҙҙең өсөн ябай акция түгел. Ул халҡыбыҙҙы берләштереүсе, үҙ аңыбыҙҙы уятыусы шәп сара. Туған тел аша беҙ асылыбыҙҙы аңлайбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлайбыҙ.
Диктантты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Мөхәмәҙиә ҡыҙы Азаматова уҡыны.
Башҡорт теленән халыҡ-ара кимәлдә дәррәү диктант яҙыу – туған телебеҙгә генә түгел, милләтебеҙгә лә оло ихтирам ул! Йәшәһен башҡорт теле!
Башҡорт теле
Уҡсылай мәргән,
Ҡылыстай үткер,
Энә күҙәүен
Ул еңел үтер.
Сыныға торғас,
Таштай ҡатылыр.
Хыянат итһәң –
Түҙмәҫ, ватылыр.
Ебәктәй йомшаҡ,
Сабыйҙай иркә.
Йөрәкте имләй,
Йәнде иретә.
И, телем минең,
И, ҡөҙрәт-көсөм –
Бөйөктән бөйөк
Һин минең өсөн!
Тел генәм
Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә
Гөлдәй аҫыл тел генәм!
Һандугастай һайрар ҡошом,
Елбер, еләҫ ел генәм,
Әй тел генәм, тел генәм.
Ил генәмдең йөҙөк ҡашы,
Халкымдың күҙ ҡараһы.
Эҙләй күрсе, таба күрсе
Телде яклау сараһын!
Ата-бабам мираҫ иткән
Байлығының иң мулын.
Аңга һеңгән һөйөклө тел,
Хазинаға тиң булып.
Бөтмәҫлек бай хазинаны
Тәләфләмәһен йәштәр.
Улар белһә тел ҡәҙерен –
Милләтем дә мең йәшәр!