”Йөрәгемдә–бар донъяға һөйөу” исемле шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе
Бөгөн Аҡморон ауыл китапханаһында яҡташ шағирә Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек юбилейына арналған ”Йөрәгемдә–бар донъяға һөйөу” исемле шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте.
📒📚Шағирәнең тормош юлы, ижады, китаптары, шиғырына яҙылған йырҙарына байҡау яһаныҡ. Һәр бәйгесенең ихлас әҙерләнеп килеүе бик ныҡ шатландырҙы.
Конкурста ҡатнашыусыларға, ҙур рәхмәттәрҽбҽҙҙҽ белдерәбеҙ!!!
Уҡытыусы, ҡатын, әсәй, өләсәй, шағирә — етмеш төрлө һөнәр эйәһе Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының кескәй инештәрҙән йыйылып оло даръяға әйләнгән шиғриәте күңелдәребеҙҙе артабан да һуғарып, байытып торһон!