“Исемдәре ҡалыр хәтерҙә” сәхнәләштерелгән смотр концерт.
Быйылғы 2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителеү айҡанлы, 13 февраль Аҡморон мәҙәниәт йортонда Аҡморон, Ҡаратал, Сәйғәфәр ауылдарының үҙешмәкәр һәүәҫкәр әртистәре тарафынан әҙерләнгән “Исемдәре ҡалыр хәтерҙә”исемле сәхнәләштерелгән смотр концерты менән сығыш яһанылар.