Һиңә йырым, Тыуған ерем!
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында йәнтөйәге хаҡына үҙен изге эштәргә арнаған тарихсы, шағир, композитор, сәсән, журналист, уҡытыусы, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район Батыр Вәлид премияһы лауреаты, район аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, 11 китап авторы, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Борис Хәйретдиновтың 75 йәшлек күркәм юбилейына арналған “Һиңә йырым, тыуған ерем!” тип аталған ижад кисәһе тантанаһы үтте.