logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Хәтер мәңгелек

“Хәтер мәңгелек” район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе
ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

Хәтер һаҡлай, хәтер һыҡтап илай,
Хәтерҙәргә уйып яҙылған.
Һуғыш беҙҙең әрнеү йөрәктәргә
Тутыҡ ярсыҡ булып ҡаҙалған.
Ә.Моратов

9 май – Бөйөк Еңеү көнө – яҡынлашҡан һайын һәр бер кеше хәтер дәфтәрен аҡтара, йөрәгендә йөрөткән иҫтәлектәрен барлай, һуғыш афәтен үҙ иңдәрендә татыған яугирҙәрҙе онотмай, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн йәлләмәгән хеҙмәт армияһының погонһыҙ һалдаттары – тыл эшсәндәре, үҫмерҙәр, бала-сағалар, хәҙер инде сал сәсле инәйҙәр һәм олатайҙар менән осраша.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына ҡарата “Хәтер мәңгелек” исемле район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе иғлан итә. Бәйгелә ике, өс быуын вәкилдәре (өләсәй, ҡартатай – улы, ҡыҙы йәиһә килене, кейәүе – ейәне, ейәнсәре) ҡатнаша. “Хәтер мәңгелек” бәйгеһендә ҡатнашҡан ғаиләләр яҡташ шағирҙарҙың Бөйөк Ватан һуғышына, Еңеүгә арналған шиғырҙарын яттан һөйләй. Был бәйге һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын татыған яугирҙәргә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтәһен дә эшләгән тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына мәдхиә булып яңғыраясаҡ.

Бәйгенең маҡсаты:

йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү;
нәфис һүҙ оҫталығын үҫтереү;
шиғриәтте пропагандалау;
ғаилә ҡиммәттәрен арттырыу.

Шарттары:
Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Бәйге ике этапта үтә.
Бәйгенең 1-се этабы ҡалала һәм ауылдарҙа үтә. Унда еңгән иң шәп ғаиләләр 2-се – район этабында ҡатнаша.
Район этабына һәр китапхананан бер генә ғаилә үтә.
Шиғырҙарҙы башҡорт һәм рус телдәрендә ятларға мөмкин.

5. Баһалау критерийҙары:
– өҙөктөң ятланған булыуы;
– башҡарыусыларҙың актерлыҡ, хис-тойғоларын еткерә.