logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Бөгөн яҡташ шағирә – Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, шиғриәте менән күптәрҙең күңелен яулаған, дәрт-дарман өҫтәгән шағирә Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ул районыбыҙҙың Шүлкә ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙы үҙ ауылында тамамлағас, Беренсе Этҡол, Сыңғыҙ ауылы мәктәптәрендә уҡый, урта белемде Баймаҡ интернат-мәктәбендә алып сыға.
1978 – 1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый. Юғары белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ районының Айыусы урта мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай. 1983 – 1984 уҡыу йылының икенсе яртыһынан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә өлкән пионервожатый вазифаһына күсерелә.
1985 йылда тормош иптәше Фидаил менән бергә Ейәнсура районының Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшкә күсерелә, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡыта. 1986 йылда Фирүзә Абдуллина Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә.
1990 йылда ғаиләһе менән бергә кире Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә ҡайта, артабан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1997 – 1999 йылдарҙа уҡытыу менән бер рәттән мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡытыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөүе бала саҡтан күңел түрендә урын алған. Стәрлетамаҡта уҡыған сағында “Ашҡаҙар” әҙәби ижад түңәрәгенә йөрөй, шиғырҙары матбуғат биттәрендә баҫыла. 1982, 1984 йылдарҙа сыҡҡан “Йәш көстәр” йыйынтыҡтарына Фирүзә Байтуринаның да шиғырҙары ингән. Шағирәнең 2015 йылда “Барыһы ла яҡшы буласаҡ!”, “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!”, 2016 йылда “Ихлас күңелдән!” исемле йыйынтыҡтары донъя күрә. Был китаптарҙы шиғыр һөйөүселәр яратып ҡабул итте. Авторҙың “Йәйғор сатыр” тип аталған шиғырҙар шәлкеме 2017 йылда “Китап” нәшриәтендә өс авторҙы берләштергән йыйынтыҡта баҫыла. Сибай типографияһында “Бәхет бар ул!” тип аталған 5-се китабы донъя күрҙе. 2023 йылда «Китап» нәшриәтендә “Әсәйем һабаҡтары” исемле китабы баҫылды.
Шағирәнең “Бәйләнештә” селтәрендә “Ғәжәп донъя” тип аталған шиғри төркөмө бар. Был төркөмдә Фирүзә Абдуллина ижадын яратыусы дуҫтары менән әүҙем аралаша, ижад емештәре менән шиғриәт яратыусыларҙы һөйөндөрә. Фирүзә Абдуллина шулай уҡ “Бәйләнештә” селтәрендәге “Беҙ Баймаҡтар бит әле!” төркөмөн ойоштороусы. Бында Баймаҡ районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында мәғлүмәт бирелеп бара. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының шиғырҙары республика баҫмаларында – “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә әленән-әле донъя күрә. Ул Ҡырмыҫҡалы районының “Илһам” әҙәби берекмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Әсә, мөхәббәт, тормош, сәләмәтлек, туғанлыҡ, тыуған ер, хистәр донъяһы, ғәҙеллек һәм башҡа темаларҙы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы шиғыр яратыусы күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртерлек, йөрәк түренә еткерерлек һүҙҙәр менән яҡтырта. Ижадында айырыуса ҡатын-ҡыҙ яҙмышы сағылыш таба. Фирүзә Абдуллинаның байтаҡ шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән.
Был йырҙар “Юлдаш” радиоһы тулҡындарында яңғырай, “Ҡурай” телевизион каналында видеоклиптар күрһәтелә. “Юлдаш” радиоһының хит-парадында Иҙел Нурғәлин, Салауат Мөхәмәтйәров, Илнур Миһманов, “Тулған ай” вокал төркөмө, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән ҡатнашып, еңеү яулауға иреште. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Айҙар Ғәлимов, Алһыу Бәхтиева, Артур Туҡтағолов, “Ҡаруанһарай” төркөмө, Резедә Әминева, Миңзифа Исҡужина, Искәндәр Ғәзизов, Иҙел Нурғәлин, Салауат Мөхәмәтйәров, Әлим Ҡәйүмов, Әлфиә Юлсурина, Рәмил Туйсин, Радмир Туйсин, Йәмил Әбделмәнов, Рауил Харрасов, Эдуард Хөснөтдинов, Фларид Бирғәлин, Әлфир Заманов, Фаил Йортбаков һәм башҡа танылған йырсылар башҡаралар.
Фирүзә Абдуллина күп тапҡыр төрлө гәзит-журналдарҙың йыл лауреаты исемен алған. Район һәм республика күләмендә үткәрелгән мәҙәни саралар өсөн сценарийҙар төҙөүҙә ҡатнашҡан. Уның шиғырҙары һәм йырҙары республика радиоһы һәм телевидениеһы тапшырыуҙарында йыш яңғырай.
Ошондай талантлы, һөйкөмлө, әүҙем яҡташыбыҙҙы матур юбилейы менән Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы исеменән ҡайнар ҡотлап, күңелебеҙ түрендәге иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Һеҙҙең ҡолас етмәҫлек ижадығыҙ беҙҙең йөрәктәрҙә сикһеҙ һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уята. Ошондай илаһи йән булып, яҡындарығыҙҙың иғтибары һәм йылыһы солғанышында оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүегеҙҙе, беҙҙе тағы ла матур әҫәрҙәр менән һөйөндөрөп кенә тороуығыҙҙы теләйбеҙ!