logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Сәләмәт тәндә, сәләмәт рух

4 ноябрҙә Йомаш ауылында ауыл хакимиәте һәм депутаттар менән берлектә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Ирекле хәрәкәт” исемле скандинав атлау фестивале үтте. Сараға күрше ауылдарҙан – Йәрмөхәмәт, Ярат, Аҡморон һәм Баймаҡ ҡалаһынан ҡатнашыусылар килделәр. Фестивалде ойоштороусылар – ауыл китапханасыһы Әлфиә Баймырҙина, культорганизатор Гөлсинә Солтангәрәева, Баймаҡ хакимиәте физкультура һәм спорт комитетынан Зөһрә Баймырҙина. Байрам тантанаһын асып ауыл хакимиәте башлығы Айрат Әюпов һәм депутат Мәжит Байегетов ҡатнашыусыларҙы ҡотланылар. 10 минутлыҡ разминканан һуң скандинав атлаусыларға старт бирелде. Улар Күспей йылғаһы буйлап атлап килделәр.
Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында төрлө номинациялар билдәләнде, почет грамоталары менән бүләктәр тапшырылды. I урын – Йәрмөхәмәттәргә, II урын – Яраттан китапханасы Дилара Юнысбаеваға, III урын – Йомаштарға бирелде. Үҙенең тәжрибәһе менән фестивалдең биҙәге булып Аҡморон ауылынан йәйәү килгән Алһыу Байегетова уртаҡлашты. Иң өлкән ҡатнашыусылар – Динә Биктимерова, Наилә Йәнбирҙина, иң кесе ҡатнашыусылыр – 8 йәшлек Искәндәр Әбүбәкиров, 9 йәшлек Ләйсән Солтангәрәева. Фестивалдең бағыусыһы “Заман” магазины хужаһы Тимур Фәхрисламовҡа, фото төшөрөүсе Әхтәм Ҡәйеповҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Зона фестиваленең икенсе өлөшөндә сәй табыны, Кәрим һәм Фәриҙә Иҫәновтарҙың йорт –музейына экскурсия, ауыл китапханаһында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Шулай уҡ байрамда ҡатнашыусыларға иҫтәлеккә Рәйсә Иҫәнбаеваның “Уйнай-уйнай үҫәбеҙ” китабы тапшырылды. Зөһрә Баймырҙина
Физкультура һәм спорт комитеты белгесе