Башҡорт шағиры, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (1995) Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улының (Рәмил Ҡол-Дәүләт) бөгөн 65 йәш.
Рәмил Хөснөтдин улы Дәүләтҡолов 1958 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһында уҡый. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Студент сағында уҡ уның «Ямғыр алдынан» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығын сығара. Артабан төрлө йылдарҙа өс китабы донъя күрә. Драма әҫәрҙәре Башҡортостандың бер нисә театрында ҡуйыла. 1990 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.