Быйма Байрамы
Ҡыштың үҙенә хас йәме, арбағыс көсө бар. Сатлама һыуыҡтар, ыжғыр бурандар, талғын ғына яуған ҡар – төбәгебеҙҙәге климаттың үҙенсәлекле күренеше, йәшәү рәүешен билдәләгән ғәмәл. Шуға күрә фәҡәт ҡышҡа бәйле йола-байрамдарҙың булыуына аптырарға түгел.
Бөгөн, Сәйғәфәр ауылының мәҙәниәт йортонда Быйма байрамы үтте. Дәртле ҡыҙҙар, апайҙар үҙ ҡулдары менән зауыҡлы итеп биҙәлгән быймаларын кейеп сараға йыйылды.
Байрамда Аҡморон ауылы Ағинәйҙәре әүҙем ҡатнаштылар.
Башта ике командаға бүленеп ярыштыҡ. Быйма менән хоккей, сәпкә бәреү, эстафета йүгереү һәм башҡа төрлө уйындар уйналды. “Биҙәлгән быймалар” һәм “Күңелле быймалар” командалары сәмле ярыштан һуң тигеҙ мәрәйҙәр менән уйынды тамамланы.
Быйма тураһында үҙҙәре ижад иткән дәртле таҡмаҡтар йырланды.
“Иң оҫта быйма биҙәүсе” номинацияһында Надежда Тимофеева, Фазила Үтәғолова, Ишһылыу Рыскужинаға “Иң зауыҡлы быйма” номинацияһы эләкте. Шулай уҡ Минзифа Таулыҡаева, Нәсимә Ҡаһарманова һәм Шәһиҙә апайҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Сараны матур итеп ойоштороусы Сәйғәфәр ауылы ҡыҙҙарына һәм мәҙәниәт йорто мөдире Лена Риф ҡыҙына һәм Аҡморон ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Фаягөл Рәүис ҡыҙы Таулыҡаеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Бына шундай ихлас, уңған замандаштарыбыҙ бар Баймаҡ районында.