Буклук Башҡорт халыҡ әкиәттәре.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре.
Был йыйынтыҡта хайуандар тураһында һәм тылсымлы әкиәттәр тупланған.
🌿Уҡыусыға тирә-яҡ мөхиттең,
тәбиғәттең, хайуандарҙың, халҡыбыҙҙың йәшәйеше тураһындағы әкиәттәр – донъя серен асырға ярҙам итә.
1.Әсәһенең йыйған ғына 100 һум аҡсаһына йылан алып, уның менән булған мажаралар тураһында “Һунарсы Байғужа” әкиәте бәйән итер.
2.Тулы силәген тотоп “Йомарт ҡуян” бәләкәс кенә малайға ярҙамға килгән икән…
3.Тол ҡатын үгәй ҡыҙын көнөн-төнөн эштән бушатмаған, йәберләгән, ә шулай ҙа, ҡыҙҙың нисек алтын-көмөш һандығы менән бүләкләнеүе тураһында ” Үгәй ҡыҙ Гөлбикә” әкиәтенән белерһегеҙ.
4. Егеттең дүрт ен-шайтан менән дуҫлашыуы тураһында ” Серле йөҙөк” әкиәте серен асыр.
5.Әгәр “Бүре һәм кәзә” әкиәтен уҡыһағыҙ, рус халыҡ әкиәтенән ниндәй айырмалығы барлығын белерһегеҙ.
6.Бәләкәй эт башын күтәреп хужаһын эҙләй, ул һәр ваҡыт тоғро ” Һарыбай” әкиәтенән килгән.