Әҙәби кисә “Әҙәбиәтебеҙ хазинаһы”
Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ Азамат Ҡәҙерғоловтың яҡты иҫтәлегенә арналған ”Әҙәбиәтебеҙ хазинаһы” исемле әҙәби кисә үтте. Сарала БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы, ”Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Иҫәнгилдина Гүзәл Салауат ҡыҙы, Азамат Ҡәҙерғоловтың бер туған һеңлеһе Ҡәҙерғолова Алсу Яхъя ҡыҙы һәм район китапханасылары ҡатнашты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Азамат Яхья улының тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаны. Яҙыусының ”Илек бүләге”(1991),”Етем ялан”(1997) китаптарына ингән үлемһеҙ әҫәрҙәре буйынса Айгөл Иҙелбаева, Гөлсинә Бикҡолова үҙ фекерҙәрен еткерҙе. А.Ҡәҙерғоловтың ижадына һәр саҡ ихтирам менән ҡараған Луиза Дәүләтшинаның һәм Гүзәл Иҫәнгилдинаның сығыштары фәһемле, тәҡдимдәре уйланырлыҡ булды. Әҙиптең һеңлеһе Алсу Яхья ҡыҙы ағаһы тураһындағы иҫтәлектәр менән уртаҡлашып, сараны ойоштороусыларға үҙенең рәхмәтен белдерҙе.
Әйе, 45 йәшендә генә фажиғәле вафат булып ҡалған журналист һәм яҙыусы Азамат Ҡәҙерғоловтың ижады халыҡ күңелендә киң танылыу яуланы. Ә халыҡ танылыуына ирешеү үҙе ҙур бәхет!