logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Берҙәмлектә көс!

Таулыҡай ауылының «Уңғандар» ирекмәндәр клубы Аҡморон ауылына килеп, «Надёжный тыл» ирекмәндәр клубы ағзаларынан МХО яугирҙәре өсөн ҡоро душ эшләргә өйрәнеп ҡайттылар. Ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттарыбыҙ өсөн бик кәрәкле был гигиена саралары өсөн ниндәй әйберҙәр кәрәк булыуы, уның нисек эшләнеүе тураһында бик ентекле әҙерләнгән, күргәҙмә материалдар булған әңгәмә тыңланылар.
Аҡморон ирекмәндәре, үҙ сиратында, таулыҡайҙарҙан ҡарабойҙай һәм иттән әҙерләнгән туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ризыҡты вакуумлы упаковкаларға һалыу буйынса оҫталыҡ дәресе алдылар. «Берҙәмлектә – көс», тигәндәй, районыбыҙҙың ике ауыл ҡатын-ҡыҙҙары берҙәмлек, ойошҡанлыҡ үрнәге күрһәтеп, МХО-ға ярҙамдың ни тиклем кәрәкле булыуы тураһында фекер алышып, ағинәйҙәрҙең, ысынлап та, ошондай ярҙам күрһәтеүҙә алғы сафта булыуҙарын раҫланылар. Уларға ҙур рәхмәт белдереп, сәләмәтлек, именлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ!