Әбейҙәр сыуағы
… Көҙҙөң дә бар бер матур мәле:
Тәбиғәт үҙгәрә ҡайһы арала?
Нур һибә әбейҙәр сыуағы,
Аяҙ көндәре йәйгә ҡайтара.
Көҙ… Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы. Беҙҙең башҡорт халҡында Науруз, Сөмбөлә, Кәкүк сәйе кеүек йола байрамдары йәшәп килә. Серле көҙҙөң бар матурлығын мең-мең сағыу төҫтәрҙә асып биргән әбейҙәр сыуағы, был сихри мәлдә алтын тәңкәле шәлен ябынған ҡайындарға, тигеҙ сафҡа теҙелгән мәғрур ҡарағайҙарға, һуңғы сәскәләре менән арбаған урман-ҡырҙарҙға һоҡланмау мөмкин түгел.
26 сентябрь,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, “Надежда” ансамбле һәм бейеү түңәрәгенә йөрөгән уҡыусылар (етәксеһе Ләйсән Әғләм ҡыҙы Саеткулова) менән “Әбейҙәр сыуағын” күрергә тәбиғәткә сыҡтыҡ.
Көҙҙөң матурлығын үҙ күҙҙәребеҙ менән күҙәттек. Балалар был миҙгелгә мәҡәлдәр ишеттеләр, йомаҡтар систеләр. Шулай уҡ викторина һорауҙарына ла ихлас яуап таптылар.
Һынаулы ғына был көндәрҙең ни өсөн “Әбейҙәр сыуағы” тип аталғанын белделәр уҡыусылар.
Уҡыусылар яуаптар ҙа таптылар, шаярышып – көлөшөп тә алдылар, уйнарға ла өлгөрҙөләр.