«Беҙ бергә» штабының актив ирекмәндәре.
Баймаҡ районында йәшәүселәр ил һаҡсыларына ярҙам итеү өсөн берләшә.
Шундай ғаиләләрҙең береһе—Аҡморон ауылында йәшәүсе Хәмзә Нурислам улы менән Дамира Марат ҡыҙы Әбиловтар. Уларҙың улдары хәҙерге ваҡытта Ватаныбыҙҙы һаҡлай, ә ата-әсә тылда улдары һәм уның яуҙаштары өсөн ысын терәк. Был күркәм пар—«Беҙ бергә» штабының актив ирекмәндәре.
Дамира Марат ҡыҙы етәкселегендәге ирекмәндәр Әбиловтар йортона йыйылып, маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй, яугирҙәребеҙ өсөн тәмле өй күстәнәстәре әҙерләй.
Хәмзә Нурислам улының да ҡулдары алтын. Ул да ирекмәндәргә ярҙам итә.
Илһөйәр яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!