Башҡортостанда Ҡурай көнө
10 октябрҙә Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә — был республикабыҙҙың төп
символдарының береһенә hәм милли музыка
ҡоралына бағышланған рәсми байрам.
✨💫Ҡурай- башҡорт халҡының рухи байлығының айырылмаҫ өлөшө булып ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло аманат. Ул элек-электән башҡорт халҡының һағышын да, шатлығын да, ҡайғыһын да, данлы еңеүен дә көйләгән.
✨💫Ҡурай-башҡорт милли сәнғәтенең сағыу бер биҙәге, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди донъяһында мөһим урын тотҡан атрибут булараҡ, Башҡортостан республикаһының дәүләт гербы символикаһына ингән