“Башҡорт китабы-рухи хазина” исемле китапхана дәресе үтте.
Башҡорт китабы” аҙналығы сиктәрендә, Аҡморон ауыл китапханаһында Фаягөл Таулыҡаева менән берлектә “Башҡорт китабы-рухи хазина” исемле китапхана дәресе үтте. Сарала 6-сы синыф уҡыусылары (етәксеһе Гөлназ Мөхәмәҙиә ҡыҙы Азаматова ) ҡатнашты. Уҡыусылар халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы – «Урал батыр» әкиәте һәм Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт алғандан һуң, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр,төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар