Баймаҡта икмәк “Икмәк-Fest” байрамы гөрләп үтте
Баймаҡ ҡалаһында шаулап-гөрләп «Икмәк-fest», икмәккә дан йырау сараһы үтте. Аҡморон, Сәйғәфәр, Ҡаратал, Мәмбәт һәм Әбделкәрим ауылдары берләшеп,байрам ҡунаҡтарына ҡамыр аштарының төрлөлөгөнән торған күргәҙмә ойошторҙо.
Үҙ заманында гөрләп торған «Баймак» совхозы тураһында мәғлүмәттәр,сараға ҡатнашыусыларҙы яҡты хәтирәләргә сорнаны.
Әбделкәрим ауылы менән бергә әҙерләнеп ҡатнашҡан был сара, берҙәмлектә- көс, тигән төшөнсәне тағы ла бер иҫбатланы.
🥖Икмәккә дан йырлаған был байрамдан һәр кем күтәренке кәйефтә таралышты.