Бөтә өлкәндәр ҙә – әкиәт яратып үҫкән баласаҡ иленән. Әйҙәгеҙ, беҙҙең янда әкиәт геройҙары 🐒🐶🐴🐯🐅🦁 йәшәй икән тип хис итәйек. Был әкиәт геройҙары ла сентябрҙә һайлауға барырға йыйына, ти.
Әлбиттә, илебеҙҙең сәскә атыуын, кешеләрҙең бәхетле булыуын улар ҙа теләй бит! Әммә уларҙың һайлау буйынса белемдәре етмәй. 🆘
Әйҙәгеҙ, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы менән берлектә уларға ярҙам итеп ебәрәйек!
1.❓Ете башлы дейеү “Үлемһеҙҙәр” партияһы тарафынан депутат булып һайланырға йыйына. Кемдәр уның өсөн тауыш бирмәй, дейеү уларҙың барыһын да яндырып көлгә әйләндереү менән янай. Ул ниндәй демократик һайлау хоҡуғы принцибын боҙа?
2.❓Рәсәй биләмәһендә Мәскәй әбей 457 йыл йәшәй, Хәйләкәр Төлкө 153 һәм Күлуртлар батыр 18 йыл ғүмер итә. Улар барыһы ла һайлай аламы?
3. ❓ Ҡыҙыл башлыҡтың өләсәһе – “Пенсионерҙар партияһы”нан кандидат. Ул үҙенең һайлау алды агитацияһына бәлиғ булмаған ҡыҙын да йәлеп итергә йыйына һәм уның һүрәттәрен агитацион материалдарҙа ҡуллана. Ул быны эшләй аламы?
4. ❓ Бер илдең батшаһы РФ Президенты булып һайланырға йыйына, ти. Уға төрөк солтаны йәшәртә торған алма бүләк иткән. Батша, һайлауға тиклем түҙмәй ашап ҡараған икән, йәшәреүен күреп, нәфсеһен тыя алмай күп итеп ашап ташлаған да 16 йәшлек үҫмер егеткә әүерелгән дә ҡуйған. Ул РФ Президенты булып һайлана аламы? Был постҡа кандидат нисә йәштә булырға тейеш?
5. ❓ Урал батыр һайлауға барырға йыйынған, ти. Әммә ул паспорттың нимә икәнен дә белмәгән. Әйҙәгеҙ, уға ярҙам итәйек, һайлауға паспортһыҙ барырға буламы? Паспорт булмаһа, уның урынына тағы ниндәй документ тотоп барырға мөмкин?
6. ❓Борон-борон заманда бер ауылда бер бабай менән әбей йәшәгән, ти. Уларҙың Әминбәк исемле улдары булған. Бер көндө атаһы Әминбәкте янына саҡырып алған да:
– Улым, һин инде ир етеп киләһең, ә ҡулыңда бер һөнәрең юҡ. Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош ул. Бына һиңә йөҙ һум аҡса, шуны ал да, ҡалаға барып, һатыусы булырға өйрәнеп ҡайт. Һайлауға тиклем ҡайтып өлгөр! – тигән, ти.
Әминбәк тоҡсайын арҡаһына аҫҡан да, йөҙ һум аҡсаһын алып, юлға сығып киткән. Бер көн барған, ике көн барған Әминбәк. Шунан ул бер ҡалаға барып еткән. Фатир алып ҡунған да, таң менән ҡапҡа алдына сығып ултырһа, урамда бер кеше:
– Кем дә кем һөнәр өйрәнергә теләй, шул кеше фәлән ерҙәге фәлән йортҡа барһын! — тип ҡысҡырып йөрөй икән.
Әминбәк күп уйлап тормаған, тотҡан да шул йортҡа киткән. Барып тәҙрәһенән ҡараһа, өй эсендә, йөрәкте өҙҙөрөп, скрипка уйнайҙар икән. Скрипкалары шундай матур, күҙҙең яуын алып тора, ти; үҙенең бер ҡылы алтын, бер ҡылы көмөш икән, ти. Әминбәк өйҙөң эсенә инеп барған ерҙә баҙ асыҡ торған һәм ул баҙға нисек барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, ти. Өй хужалары уны иртәгәһенә генә күреп ҡалып сығарғандар. Уның аяғы һынған булған икән. Әминбәкте йортона ат менән килтереп ҡуйғандар, ти. Һайлау көнө килеп еткән. Һайлау участкаһы бик алыҫта икән. Әминбәк нисек һайлар? Бының өсөн ни эшләргә кәрәк?
7. ❓Төлкө менән Торна бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп ас ҡайта торғас, үпкәләшкәндәр ҙә, аралашмай башлағандар. Ә Төлкө һайлау участкаһында рәйес булып эшләй икән. Торна, һайлау көнө еткәс, 6-нан уҡ торған да, һайлауға киткән. Тик ишек бикле икән. Ул, Төлкө юрамал уны индерергә теләмәй икән, тип үпкәләп ҡайтып киткән. Ни өсөн ишек бикле булған? Һайлау участкаһы нисәлә эш башлай?
8. ❓Йоҡосо Айыу һайлау көнөндә үҙенсә үтә иртә торған. Ҡырынған, йыуынған, солоҡҡа менеп бал ашап төшкән. Урман юлы аша һайлауға сығып киткән. Ул килеп еткәнсе төнгө 10 тулған. Ни өсөн Айыу һайлай алмаған?
Комментарийҙарҙа яуаптарығыҙҙы көтәбеҙ! Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биргән кешенең телефонына 200 һум аҡса күсәсәк. Кем алыҡ?
Һүрәт Интернет селтәренән алынды.