13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә
1703 йылдың тап ошо көнөндә Петр I указы менән Рәсәйҙең “Ведомости” гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Баҫма тулыһынса “Мәскәү дәүләтендә һәм тирә-яҡтағы сит илдәрҙә булған, белергә һәм иҫкә алырға лайыҡлы хәрби һәм башҡа эштәр тураһында хәбәрҙәр” (“Ведомости о военных и иных делах, достойных знания и памяти, случившихся в Московском Государстве и во иных окрестных странах”) тип атала. Гәзит Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла нәшер ителә һәм даими атамаһыҙ, төрлөсә йөрөтөлә – “Ведомости”, “Российские ведомости”, “Ведомости Московские”.
1870 йылдың 1 ғинуарынан “юғарынан төшкән бойороҡ” буйынса, “тәжрибә рәүешендә почта учреждениеларында урыҫ һәм сит телдәрҙәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторорға” рөхсәт ителә. Был Рәсәйҙә матбуғатҡа яҙылыу буйынса беренсе ҡарар була. Ә инде 1914 йылға илдә өс меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы нәшер ителә.
1917 йылдан һуң Рәсәй матбуғаты көнө “Правда” гәзитенең беренсе һаны сығыу уңайынан 5 майға күсерелә һәм Совет матбуғаты көнө тип йөрөтөлә башлай.
Тик 1990 йылда ғына Рәсәй Федерацияһы Юғары Суды Президиумының 28 декабрендәге 3043-1 һанлы ҡарары менән Матбуғат көнө элекке датаһына – 13 ғинуарға кире ҡайтарыла.
1997 йылдан алып Рәсәй матбуғаты көнөндә киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Президенты премиялары һәм йәш журналистарҙың проекттарына ярҙам итеү маҡсатында гранттар тапшырыла.
Был күркәм дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, газит-журнал таратыусыларҙың дә байрамы.Һөнәри байрамығыһ менән ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле китап уҡыусылар! Беҙҙең китапханаға килеп “Һаҡмар”,”Баймакский вестник”,”Атайсал”,”Аманат”,”Ағиҙел”,”Ағбуҙат”,”Башғортостан”(йома),”Башҡортостан ҡыҙы”,”Ватандаш”,”Йәшлек”,”Киске Өфө”, “Шоңғар” журнал һәм газеталарын уҡый алаһығыҙ!