Яулыҡ байрамы
Аҡморон ауылы мәҙәниәт йортонда “Яулыҡ байрамы” уҙҙы. Ул – башҡорттарҙа киң таралған баш кейеме. Уның төрҙәре лә, атамалары ла бихисап. Ойошторолған күргәҙмәлә тарихҡа бай яулыҡтар тәҡдим ителгәйне. Байрамда Сәйғәфәр ауылынан “Хазина” ансамбле ҡатнашты. Улар әсәй-өләсәйҙәр, ҡәйнәләренән ҡалған зиннәтле ҡомартҡы итеп һандыҡ төптәрендә һаҡлаған боронғо яулыҡтарын алып килгәндәр. Күргәҙмәлә француз яулығынан алып, замансаларына тиклем өлгө күрергә мөмкин ине. Сараның төп маҡсаты – яулыҡ бәйләүҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтен иҫкә төшөрөү. Аҡморон ауылы ағинәйҙәре өләсәһенән, әсәһенән ҡалған, күҙ ҡараһындай һаҡлаған боронғо яулыҡтарының тарихы менән таныштырҙылар. Байрамға йыйылған ағинәйҙәр ошо яулыҡтарҙы ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре лә ҡомартҡы итеп һаҡлар тигән ышаныста. Сөнки яулыҡ – ул баш кейеме генә түгел, мосолман ҡатын-ҡыҙының иманлылығын, тәрбиләлеген билдәләүсе, һаҡлаусы ҡалҡаны булып тора, тип иҫәпләй улар. Сара халҡыбыҙҙың йолалары, уйындары һәм йыр-моң менән үрелеп барҙы.