Яңы китап
ЯҢЫ КИТАП!!!
Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның повестары һәм хикәйәләре тупланған китап донъя күрҙе. “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” тип аталған был баҫма ысын мәғәнәһендә һеҙҙең яратҡан китаптар исемлегендә буласаҡ.
Яҙыусының әҫәрҙәре кешеләргә, донъяға, Тыуған илгә, һәр бер йән эйәһенә, тәбиғәткә яҡты һөйөү һәм мәрхәмәт менән һуғарылған. Был тойғолар ниндәйҙер тылсым менән уҡыусыларға ла күсә, ҡыуандыра ла, илата ла. Тик хатта был күҙ йәштәре лә әсендергес түгел, сафландыра һәм шифа бирә.