Яҙмышыма яҙғаны
10 апрҽль- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйҽновҡа 95 йыл.
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны [1] Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.
1947—1951 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының[2] тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ғайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.
1996—2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.