Ҡулдарынан нур тама
Оҫта ҡулдар ябай ғына әйберҙәрҙән дә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ булдырырға һәләтле.
Ағинәйҙәр ойошмаһының ағзаһы Ишһылыу Рысҡужина ғәҙәти туҡыманан, тәңкә һәм сәйләндән ысын мөғжизә тыуҙыра. Ҡул эшенең бар төрөн дә үҙләштергән уңған ханым. Энә, ырғаҡ менән бәйләү, тегеү, сигеү булһынмы – барыһы ла ҡулынан килә уның.
Заманса алымдар менән башҡарылғандарын ул башта журналдарҙан ҡарап, һуңынан интернеттан күреп өйрәнә.
Һуңғы арала халҡыбыҙҙың үҙ асылына әйләнеп ҡайтып, милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе тергеҙеү кеүек изге эш башҡарыуы күҙәтелә.
Яратҡан шөғөлөм йән тыныслығы бирә, уйҙарҙы тәртипкә һалырға ярҙам итә. Тик кенә ултырып телевизор ҙа ҡарай алмайым, ырғаҡ, энәләрем – һәр ваҡыт ҡул осонда,- ти Ишһылыу апай.
Күҙ нурҙары түгеп, һөйөү менән башҡарылған эштәр матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәренкелеге бирә. Ишһылыу Рысҡужина кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр.