logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Тәңкәле ҡыҙ

Аҡморон ауылы һылыуы – Инга Ноғоманова “Телһөйәр һылыуы” номенацияһында еңеүсе. Ҡотлайбыҙ!!!

Мерәҫ ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Мерәҫ, Аҡморон, Ҡаратал, Ишберҙе, Ишмырҙа, Йомаш, Юлыҡ, Ярат ауылдарының дәртле, сая, рухлы ҡыҙҙары ҡатнашты. Конкурстың шарттары буйынса башҡорт телендә визитка, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, Башҡортостан мәҙәниәте тураһында, Т.Ғарипова ижадына бәйле һорауҙарға яуаптар, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрендәге бер геройы образында сығыш яһау һәм стилләштерелгән милли кейемдә дефиле булды.

Инга Ноғоманова барлыҡ конкурс шарттарын уңышлы үтте. Үҙен белемле, сая, тапҡыр, рухлы икәнен тағы бер иҫбатланы! Афарин, Инга! Һиңә артабан да уңыштар насип булһын! Һынатманың!