Салауат Юлаев ордены кавалеры Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәлдәләй
Журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Гөлфиә Янбаева бөгөн 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уны ошо ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында 1953 йылдың 16 октябрендә тыуған. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
1976 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлай. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, 1995 – 1998 йылдарҙа һәм 2002 йылдың февраленән октябренә тиклем «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
Республика баш ҡалаһында башҡорт телендә баҫтырылған «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы (2002) һәм баҫманың баш мөхәррире (2002 йылдың ноябрь айынан).
Гөлфиә Янбаева «Йөрәккә уйылған ғәм» исемле китап авторы. Был китап 2006 йылда баҫылып сыҡҡан һәм шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ була.
Гөлфиә Гәрәева шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары булды.
Республика «Ағинәй» ҡоро етәксеһе.
2019 йылдан Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.