Ҡорот байрамы
Ауыл халҡының мал көтөү, унан алған ризыҡтары төп хеҙмәт емеше, йәшәү сығанағы булып тора. Үҙебеҙҙең башҡорт ризыҡтарын етештереүҙе онотмай йәш килендәргә, ҡыҙҙарға өйрәтеп, етештереү
серҙәрен еткерер кәрәк ине, милли аштарҙы киң рәүештә ҡулланыу тигән уй менән
Аҡморон ауылында Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән берлектә бик матур сара “Ҡорот байрамы” ойошторолды. Ауылыбыҙҙын оҫта хужабикәләре Фәриғә апай Ҡунысбаева, Ишһылыу апай Рыскужина, Дамира Марат ҡыҙы ҡорот эшләү серҙәре һәм унын файҙаһы
тураһында фекерҙәр менән уртаҡлаштылар.