Оҫталыҡ дәресе
Борондан милли кейем нәҫелдән- нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Милли кейемдең ябай, әммә шул уҡ ваҡытта матур,сағыу халҡым мираҫы икәнлеген төрлө саралар аша еткерәбеҙ: әңгәмә барышында Фәриғә Ҡунысбаева башҡорт халҡының милли кейемдәре һәм биҙәүестәре: түшелдерек, хәситә, ҡашмау, беләҙек, алҡа, күлдәк, менән таныштырҙы.
Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ