Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы
Бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт орден-миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе.Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән.Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
Аҡморон ауыл китапханаһында 5-6 класс уҡыусылары һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Әлиә Рәхмәтуллина ҡатнашлығында “Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы” тип исемләнгән китапхана дәресе үтте. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәренә һәм китаптарына байҡау яһаныҡ. Мәҙәниәт мөдире Фаягөл Рәүис ҡыҙы Таулыҡаева башҡарыуында “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” драмаһынан алынған “Мәрәһим йыры”, “Уҡытыусыма” исемле йырҙарын тыңланыҡ. Мәрхиә Мисбах ҡыҙы Саникина һәм Ләйсән Әғләм ҡыҙы Сәйетҡолова Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләнеләр.