Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың тыуыуына арналған Хәтер һә Ҡәҙер кисәһе утте
Унда Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, заманында Әмир Зәкир улы менән иңгә-иң терәп районды үҫтереүгә күп көс һалған абруйлы ир-уҙамандарыбыҙ – биология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илшат Ситдыҡов, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, муниципаль һәм дәүләт органдары ветераны Хәлит Сөләймәнов, ”Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, ”РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Башҡортостан Республикаһының ҡануниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” Почет билдәһе кавалеры Кирәймәргән Кәйекбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина, китапхана янындағы Тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы етәксеһе, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының етәксеһе Азамат Мөхәмәтшин, Иһән ауылының абруйлы аҡһаҡалы, С.Юлаев ордены кавалеры, “Сафия” мәсетенең рәйес имам-хатибы Миңдеғәли Йәрмөхәмәтов, туғандары исеменән килене Динара Сәйғәфәрова, шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәр, китапханасылар ҡатнашты.
Барыһы ла Әмир Зәкир улының, ниндәй юғары вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, ябай, халҡы мәнфәғәте менән йәшәгән, кәрәк саҡта уҫал да, атайҙарса хәстәрлекле лә, принципиаль дә етәксе булыуын, халҡыбыҙҙың тарихына, диненә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, тыуған еребеҙҙең топонимикаһына оло ихтирам һәм иғтибар күрһәтеүен, хеҙмәт яратыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул үткәргән тәүге Бөрйән ырыуы йыйыны, ул сығарған районыбыҙ тарихын сағылдырған китаптарҙың донъя күреү ваҡиғалары бәйән ителде, аҡһаҡал оло хөрмәт менән иҫкә алынды, уның исемен мәңгеләштереү буйынса төрлө саралар үткәреү зарурлығы иҫәпкә алынды.