logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Милли биҙәүестәр халыҡ асылы

Һәр ир-ат өй һалып, ул үҫтереп, ағас ултыртырға тейеш булғандай, һәр ҡатын – ҡыҙ ҙа аш-һыуға оҫта, ҡул эштәренә маһир булырға тейешле.Беззең Аҡморон ауылында ла ” Селтәр “түңәрәге эшләп килә. Бөгөн беҙҙә фәһемле оҫталыҡ дәресе үтте. Оҫталыҡ серҙәрен бүлешеүсе Фазила Үтәғолова милли биҙәүес – арҡыры яға, хәситә эшләүҙең серҙәре менән уртаҡлашты.
Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән түңәрәккә йөрөүсе Ҡунысбаева Фәриғә апай үҙ ҡулдары менән эшләгән, ҡатын – ҡыҙҙар өсөн гүзәлдәрҙән- гүзәл стилләштерелгән алмиҙеүҙең тарихын һөйләп үтте.
Барығыҙҙың да ҡулдарынан нур тама, ағинәйҙәр, милли рухты арттыраһығыҙ, афарин.