Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө
Бөгөн милли батырыбыҙ, Салауат Юлаевтың тыуған көнө.
Нимә юғалттың һин яр башында ?
Бер аҙ ял бир ярһыу атыңа .
Хәл -әхүәлдәр яйлап белешәйек ,
Торған саҡта яҙмыш сатында .
Кем булаһың ? Ҡайҙа юл тотаһың ?
Ниңә ҡашың уҫал төйөлгән ?
Йәш булһаң да , күрәм , донья ғәме
Бер үҙеңә байтаҡ өйөлгән .
” Мине таныманың инде , ағай ,
Юлай Аҙналиндың улымын .
Салауат , тип мине йөрөтәләр ,
Бүгәсәүҙең уң яҡ ҡулымын .
Барыр ерҙәремә килеп еттем.
Байҡап торам әле илемде .
Бөтөп бара истәк . Урыҫ дуҫым
Ҡырҡмаҡ була бөгөн телемде .
Эх , Бүгәсәү ! Беҙҙең дуҫлыҡ анты
Булған икән ҡыҫҡа ғүмерле .
Афәт килгән саҡта саҡырһаң да ,
Миңә үҙең дошман түгелме !?
Атам – әсәм телен өйрәнергә
Нишләп һоратаһың ризаһын ?
Үҙ илендә башҡорт үҙе хужа ,
Припущенник ҡуйһын имзаһын !
Хатта , ана , Дуҫлыҡ Монументын
Этеп төшөргәнһең Иҙелгә .
Мин тоғромын . Дуҫлыҡ хаҡын беләм ,
Ә һин яҫҡынаһың иҙергә .
Төймәҫ ерҙән ҡашты төйөрһөң дә !
Ҡотламаның тыуған көнөмдә .
Мин , йәнәһе , көнөн бутағанмын …
Иларғамы , әллә көлөргә ?
Ярай , ағай , миңә үпкәләмә
Төшмәгәнгә тоғро атымдан .
Тик онотма минән ишеткәнде,
Еткер инде барлыҡ халҡыма .
Мин – бары тик һәйкәл . Суйын тәнем
Бирешмәҫ ул эҫе , һалҡынға .
Ә бына һин , тамуҡтарға инеп ,
Дуҫлыҡ , тиеп артыҡ ялҡынма .
Ә телеңде һаҡла ! Дуҫлыҡ бит ул
Шул уҡ хистәр көтә яуапҡа …”
Әллә кемдәр менән һөйләштем ул …
Хәйер биреп киттем бер ҡартҡа .
Н .Һаҡмаров .