Хәтер мәңгелек
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан 9 май алдынан яҡташ шағирҙар ижадына арналған “Хәтер мәңгелек” исемле район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Бәйгелә ике, өс быуын вәкилдәре (өләсәй, ҡартатай – улы, ҡыҙы йәиһә килене, кейәүе – ейәне, ейәнсәре) ҡатнашты. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, нәфис һүҙ оҫталығын үҫтереү, шиғриәтте пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәрен арттырыу маҡсатында ойошторолған был бәйге һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын татыған яугирҙәргә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтәһен дә эшләгән тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына мәдхиә булып яңғыраны. Аҡморон ауылынан был бәйгелә Таулыҡаев Даян Сәлимйән улы һәм ҡыҙҙары Айһылыу, Элина ҡатнашты. Улар диплом һәм иҫтәлҽклҽ бүләктәр алыуға өлгәштеләр. Афариндар!!! Артабанда һеҙгә сәләмәтлек, ижад ҡомарығыҙ һүнмаһен, гел шулай дәртле, ихлас булып ҡалыуығыҙҙы теләйем!