logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Хәтер кисәһе “Йөрәгем -кирелгән йәйә”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташ яҙыусы, шағир, журналист, тәржемәсе Аҫылғужа Баһумановтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы “ЙӨРӘГЕМ – КИРЕЛГӘН ЙӘЙӘ” исемле Хәтер кисәһе үтте. Аҫылғужа Ишем улының һөйөклө ҡатыны – журналист, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар берлеге ағзаһы, СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы Миңниса һәм ҡыҙы Гөлнәзирә Баһуманова, Сибай ҡалаһынан яҙыусының бер туған һеңлеһе Мәфрүзә Йомашева, яҙыусының ҡәләмдәштәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзынан ағзалары – Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, яҡташ яҙыусы, күренекле шағир, прозаик һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, яҙыусы, драматург, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әминә Яхина, яҡташ яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, ғалим, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы, профессор, тәбиғәт фәндәре академигы Сәфәрғәле Искәндәр улы һәм уның ҡатыны – мәғариф һәм хеҙмәт ветераны Вилүрә Зиннәт ҡыҙы Йәнтүриндар, Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Борис Хәйретдинов, Рәйсә Иҫәнбаева, Әкрәм Ҡәйепҡолов, балалыҡ дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Маннаповтың ҡатыны Зәйтүнә Маннапова, “Октябрь байрағы”, “Баймакский вестник” гәзиттәренең баш мөхәррире булған Ғәлимйән Баймырҙин һәм яҙыусының ауылдаштары, туғандары, бергә аралашҡан дуҫтары, китапханасылар, китапханабыҙ дуҫтары ҡатнашты.
Яҙыусының әйткән һүҙҙәре, башҡарған эштәре һәр кемдең күңел күгендә мәңгелеккә уйылып ҡалған – кисәлә ҡатнашыусылар барыһы ла ошо изге ғәмәлдәрен иҫкә алды, авторҙың үҙе иҫән сағында уҡып яҙҙырған шиғырҙарын тыңланы, яҙыусының ижад һәм тормош юлына байҡау яһалды. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҫылғужа Баһумановтың китаптарынан шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Уның шиғырына Борис Хәйретдинов ижад иткән “Баймағым – тыуған яғым” йырын барыһы ла бергәләп баянға ҡушылып йырлашты.
Баймаҡтар әҙиптең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай: Муллаҡай мәктәбендә әҙип иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, ауыл китапханаһы янында Аҫылғужа Баһумановтың мемориаль китапханаһы булдырылған.
Яҡташ яҙыусының беҙҙең төбәк өсөн ижади эшмәкәрлегенең әһәмиәте шунда – ул “Ниндәй көн был…” китабында ҡаты яҙмыш һынауҙарын үткән районыбыҙҙың тарихи шәхестәре – Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаев һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры Бәҙри Мәмбәтҡоловтың яҙмыштарын һүрәтләй, улар һәм башҡа образдар аша шул осорҙоң тын алышын еткерә, бигерәк тә икенсе повеста тотош дивизияның дәһшәтле һуғыш осорондағы фажиғәһен сағылдыра.
Шулай уҡ яҡташыбыҙ Аҫылғужа Баһуманов беҙҙең район тарихына бәйле тағы ла бер ҙур эш башҡарҙы: 2002 йылда тыуған яҡты өйрәнеүселәр Әмир Сәйғәфәров һәм Рамаҙан Үтәғолов менән “Баймакский край” китабын баҫтырып, районыбыҙ тарихын мәңгеләштерҙеләр. Уларҙың был хеҙмәте районыбыҙ китапханаларының алтын фондын тәшкил итә. Йәшерәк быуын тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн ул ориентир булып тора.
Уның вафатынан һуң һөйөклө ҡатыны Миңниса Баһуманова ҡалған әҫәрҙәрен бөртөкләп халыҡҡа еткерһә, “Бөркөт саңҡыуҙары тынды Баймаҡта” тигән иҫтәлек китабын әҙерләһә, хәҙер ҡыҙы Гөлнәзирә ханым шиғырҙарын, “Бирешмә, Бәҙри!” повесын, хатта “Салауаттың йәше” романының бер өлөшөн рус теленә тәржемә итте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов уның “Күк томанлы иртәләр” йыйынтығы хаҡында: “Аҫылғужа донъяға, тәбиғәткә, кешеләргә ниндәйҙер тәбиғи, алсаҡ, сәләмәт мөнәсәбәттә, ул бөтә нәмәгә көр күңел менән ҡарай белә. Аҡ һырма кейгән урманда ла, ҡар ҡаплаған кәбәндә лә йәй йомартлығын, йәй хозулығын, күңел көрлөгөн тоя”, – тип яҙғайны. Был сифаттар Аҫылғужаны ғүмере буйына оҙатып йөрөп, беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңге шулай булып ҡаласаҡ.