logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Яңы китаптың исем туйы үтте

Үрге Иҙрис ауылында ошо төбәктән сыҡҡан абруйлы аҡһаҡалыбыҙ Йәғәфәр Әғзәм улы Мусин менән берлектә 2 телдә донъя күргән “Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында…” (“Родная деревенька на берегу Сакмара…”) исемле йыйынтығыбыҙҙың исем туйы бик матур үтте. Уны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ишмырҙинға һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазинаға, Ҡолсора һәм Муллаҡай ауылдары китапханасылары Гүзәл Мөхәмәтҡужина менән Миңнур Юламановаларға, оператор Азамат ағай Моратовҡа, сараны матур йыр-бейеүҙәр менән биҙәгән “Зарифа” фольклор, “Йәшлек” бейеү һәм “Еҙ төймә” гармунсылар ансамблдәренә (етәксеһе – Рәсимә Халиҡова) һәм шулай уҡ китап байрамында ҡатнашҡан барлыҡ яҡташтарға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!