logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Интернет-бәйге

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбаев ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе положениеһы

Сентябрь айында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, милли рухлы шағир Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.

Ҡәҙим Аралбай – поэмалар оҫтаһы, робағиҙар, ҡобайырҙар, шиғырҙар, бәйеттәр ижад итеүсе талантлы әҙип. Халыҡ, ил-ер яҙмышы өсөн янып-ярһып борсолоуы уның ижадының төп асылын билдәләй. Боронғо менән бөгөнгө, бөгөнгө менән киләсәк ауаздары шағир күңеленә мәңгелек моң булып тамырланған. Ул – ер улы, милләт шағиры. Шуға ла уның шиғри гәүһәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәрҙең рухи юлдашына әйләнә,телдән-телгә күсә, сәхнәләрҙә яңғырай, дәреслектәргә инә.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың оло юбилейына арнап ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында күренекле шағирҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр араһында шиғыр һөйләүселәр район интернет-бәйгеһе иғлан итә.

Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе ике турҙа үткәрелә. Тәүгеһе – ауыл китапханаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдәрендә ойошторола. Еңеүселәрҙең эштәрен 2-се турға “Читающий Баймак” (https://vk.com/baimaklib) төркөмөнә ебәрергә, видеояҙмалар 10 сентябрға тиклем ҡабул ителә.

Бәйге шарттары:

– Арҙаҡлы шағирҙың бер шиғырын йә иһә поэмаһынан өҙөктө яттан, тасуири һөйләп видеокамераға төшөрөргә һәм исем-шәрифте, класты (өлкәндәр төркөмө өсөн – йәште), ҡайҙан булыуығыҙҙы күрһәтеп урындағы ауыл китапханаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә ебәрергә кәрәк.

– Район бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың сығышы өс төркөмгә бүлеп баһалана.

1-се төркөм: 5-8 класс уҡыусылары, 2- се төркөм: 9-11 класс уҡыусылары, 3-сө төркөм: өлкәндәр.

-Район бәйгеһенә һәр ауылдан 1 шиғыр һөйләүсе – 1-се тур еңеүсеһе ҡатнаша.
Видеосығышты тап килгән көй-моң һәм техник ысулдар менән биҙәргә мөмкин. Әммә төп иғтибар тасуири уҡыуға һәм шиғырҙың көсөн, мәғәнәһен тулы килеш биреү һәләтенә йүнәлтеләсәк. Видеояҙма төшөргәндә телефондарҙы горизонталь рәүештә тоторға кәрәк.

-Сифатлы сағыу видеосығыштар “Читающий Баймак” төркөмөнә ҡуйыласаҡ.

-Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнәсәк.