Берҙәмлектә көс
Аҡморон ауылы ҡатын-ҡыҙҙары сираттағы махсус хәрби операцияға оҙатыласаҡ ылауға ҡоро душ әҙерләй. Был изге эш “Башҡортостандың ышаныслы тылы” төркөмөндә тороусы Дамира Әбилеваның тәҡдиме менән башҡарыла. Бөгөнгө көндә 600-ҙән ашыу ҡоро душ эшләгән аҡморондар. Шулай уҡ ауыл халҡы һәм унан ситтә йәшәүселәр аҡса йыйып һалдаттарға кәрәкле көнкүреш әйберҙәре, дарыуҙар алынды.