logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Акмурунская сельская библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail: akmyryn.school@mail.ru
Тел:8(34751) 4-33-15

Беҙҙең юбиляр

Бөгөн танылған яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Нияз Зәбих улы Алсынбаев 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!
1963 йылда Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында донъяға килгән. Бала сағы Йомаш ауылында үтә. Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый. БДПИ-ны тамамлағас, Һаҡмар, Ниғәмәт ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы, “Осҡон” Әбйәлил районы гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. “Башҡортостан” дәүләт телерадикомпанияһы хеҙмәткәре була, «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәти канал менән етәкселек итә. Шулай уҡ «Майҙан», «Даира» йәмәғәт-сәйәси программалары, «Кесерткән» радиофельетондар циклы алып барыусыһы булараҡ билдәле. 2013 йылда «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсында төп призды яулай (теле-радио компаниялар араһында «Радиола иң яҡшы алып барыусы» номинацияһы). Бөгөн яҡташыбыҙ — “Ватандаш” республика баҫмаһында бүлек мөхәррире. Әҙәби ижад менән 90-сы йылдарҙа шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә донъя күрә.

Әҙәбиәт:
1.Әлибаев З.Дәүер һулышын тойоп //Ағиҙел.-2010.-№4-б.156-157;
2.Күзбәков Ф.Йәштәр тауышы (Голоса молодых).//Ағиҙел.-2010.-№5- б.153;
3.Баймакская энциклопедия.Уфа, 2013.- с.61;
4.Писатели земли башкирской.Уфа, 2015.- с.34-35. Китаптары – “Серле мосафир” (2008), “Эйәрҙә ҡалған егет” (2009), “Изге бүре балалары” (2013) һ.б. Прозаик Нияз Алсынбаевтың әҫәрҙәре республика гәзит-журналдары биттәрендә даими донъя күрә.