22 август Рәсәй флагы көнө
Дәүләт флагы тигеҙ ҙурлыҡтағы өс горизонталь буйҙан (өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы ҡыҙыл төҫтә) торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Киңлегенең буйына нисбәте 2:3.
1994 йылдың 20 авгусында Президент Борис Ельцин тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указ буйынса, флаг көнө 22 августа үткәрелә.
Рәсәй триколоры тарихы 310 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Уға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Документҡа ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.
Әле башлыса Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.