10 сентябрь Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә
Ошо уңайҙан рухи мираҫты һаҡлау, уны киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында Баймак биләмә-ара үҙәк китапханаһы “Читающий Баймак ” төркөмендә шиғри челлендж иғлан итә.Уның шарттарына ярашлы ҡатнашыусылар башҡорт, рус һәм татар милли кейемдәренең береһенә арналған дүрт юллыҡ шиғыр яҙырға тейеш.
Түбәндә шиғырҙар өсөн һүҙҙәр тәҡдим ителә, уларҙы мөмкин тиклем күберәк файҙаланыу зарур(бер нисәүен генә лә ҡулланырға була)
Башҡорт милли кейемдәре: елән,сарыҡ,сәкмән,камзул,ҡашмау.
Рус милли кейемдәре: кокошник,кафтан,сарафан,лапти,башмак.
Татар милли кейемдәре: альяпҡыс,күлмәк,калфак,чикмән,чоба.
Ошо һүҙҙәрҙән мәғәнәле иң шәп шиғыр яҙған еңеүсенең кеҫә телефонына 200 һум аҡса күсереләсә